Делитесь с друзьями!

привет, Гость

❤353

МИНДЕК

Шиғырҙар
НЕТ КАРТИНКИ
скоро все будет

Смена шрифта

Миндек бәйләйҙәр малайҙар,
Ағайҙар һәм атайҙар,
Аҡ яулыҡлы, түбәтәйле
Оло әбей-бабайҙар.
Тау-тау булып ул өйөлдө,
Йөк-йөк булып тейәлде.
Аптырағас, етмәҫме, тип
Ғәжәпләндем бер мәлде.Атай әйтте: «Уйлайһыңдыр,
Миндек кәрәк мунсала.
Эйе, ләкин киләһе ҡыш
Кәрәгер ул ҡурала.
Күрәһеңме, ҡоролоҡтан
Ер ҡалай яфа сигә.
Малҡайҙарға бесән итер
Үлән һабаҡта кибә.
Шуға күрә быйыл миндек
Мал аҙығы ла булыр.
Ашар уны һарыҡ-кәзә,
Һайланмаҫ хатта һыйыр».

-

  • Есть что рассказать о своем отдыхе в Башкирии? Ваши впечатления и отзывы об отдыхе в Башкирии появятся в блоге. Присылайте рассказы на admin@stomestrf.ru
  • СТОМЕСТ
Автор: therafisone
    avatar
    Разработано R.Production. © 2016.