Делитесь с друзьями!

привет, Гость

❤2409

Ҡәҙерле әсәйегә

Поздравления на башкирском языке

Смена шрифта

Барығыҙҙы ла БӨТӘ ДОНЪЯ ӘСӘЙҘӘР КӨНӨ менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!!!
ӘСӘЙЕМӘ.
Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле әсәйебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, балаларының изгелеген, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, бәрәкәтле, имен тормошта оҙон бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен. Беҙ һине яратабыҙ!
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөңдә.
Теләктәрҙең ихлас, изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә. 

Ҡәҙерле кешебеҙгә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең – иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын!
Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп,
Йәшә һин мәңгелек нур булып. 

Хоҙай Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, беҙгә йәшәү нуры биргәнең өсөн. Оҙон ғүмер, тән сихәте, һаулыҡ, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, беҙгә, балаларыңа, йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ.
Сәстәреңә, әсәй, сал керһә лә,
Һин бит беҙҙең йөрәк түрендә.
Оҙаҡ йәшә, әсәй, ауырымайынса,
Һин – был донъяла бер генә. 

Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй!
Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һире яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә! 

Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Матур булып атһын таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән һәр бер балаңдың!
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә! 

Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркә йөҙөңдән!
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә! 

Сал сәстәрең бигерәк күркәм,
Күҙҙәреңдә - ғорур сабырлыҡ.
Яғымлы һүҙ, тыйнаҡ аҡыл -
Барыһы ла үрнәк алырлыҡ.
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Оҙаҡ йылдар яҙһын беҙгә:
«Әсәй», - тиеп әйтергә! 

Ҡәҙерле әсәй, һиңә иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, һәр ваҡыт ҡояштай балҡып, тыуған йорттоң утын һүндермәй, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ.
Әсәй! Беҙҙең мәңге һүнмәҫ ғүмер ҡояшыбыҙ, барыһы өсөн дә һиңә ҙур-ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Һинең һау-сәләмәт, беҙгә оло терәк, кәңәшсе булып йәшәүең оло бәхет.
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә! 

Ҡәҙерле әсәйебеҙ күркәм байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап,
иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡәҙерле әсәйебеҙ!
Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ. Байрамығыҙ — мөбәрәк, эштәрегеҙ — уң, донъяң түңәрәк булһын!

Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға! 

Әсәй! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ — балаларың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. 

Әсә... Ниндәй бөйөк исем...
Нимә етә әсә булыуға?!
Ҡатындарҙың бөтөн матурлығы,
Сибәрлеге әсә булыуҙа.

Әсәй! Ер йѳҙѳндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ - әсәй! Шул һүҙ менән баланың теле асыла һәм ул бѳтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай. Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе - әсәй. Әсәнең йомшаҡ ҡулдарын, мѳләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Әсә йѳрәге - иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мѳхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй.

 

Әйҙә әле, рәхмәт һүҙен яҙып,
Алдарыңа таждар сәсәйем.
Ғүмеремә һиңә бурыслымын,
Әл дә һин бар әле, әсәйем!

Әйҙә, алтын ҡояш нурҙарынан
Юлдарыңа келәм йәйәйем,
Ҡояшы ла һинһеҙ яҡты түгел,
Әл дә һин бар әле, әсәйем!

Бейек күктән йондоҙҙарҙы урлап,
Һиңә генә бүләк итәйем.
Йондоҙҙар ҙа хатта бурысымды
Ҡаплап бөтә алмаҫ, әсәйем...

...Әйтерһең дә, ожмах һыуы кеүек
Һинең наҙлап яһаған сәйең,
Ҡайтҡан һайын сәйҙәр эсерергә
Әл дә һин бар әле, әсәйем!

Был һүҙҙәрҙе ҡабатлайым һәр саҡ:
Көҙөн, ҡышын, яҙын һәм йәйен,
Был донъяла йәшәү көсө биргән
Әл дә һин бар әле, әсәйем!

Ҡәҙерле, Әсәкәйем!!!!
Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркә йөҙөңдән!
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә!

ӘСӘЙ! ӘСӘКӘЙЕМ! ӘСӘЙЕМ!!!
ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН!
Ҡәҙерлем! Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәремде еткерәм. Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙарҙы белмәһен. Береһенән-береһе шәп ҡыҙҙарыңдың изгелеген күреп, тормош иптәшең-атайыбыҙҙың терәк-таянысы, кәңәшсеһе, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә.
Мин һине ЯРАТАМ!!!
ҘУР РӘХМӘТ барыһы өсөн дә!!! 

-

  • Есть что рассказать о своем отдыхе в Башкирии? Ваши впечатления и отзывы об отдыхе в Башкирии появятся в блоге. Присылайте рассказы на admin@stomestrf.ru
  • СТОМЕСТ
Автор: therafisone
    avatar
    Разработано R.Production. © 2016.