Делитесь с друзьями!

привет, Гость

❤1258

На юбилеи

Поздравления на башкирском языке

Смена шрифта

Ҡәҙерлебеҙ! һине ысын күңеллән 55 йәш лек юбилейың менән ҡайнар ҡотлайбыҙ,

һиңә киләсәк тормошоңда ҡоростай ныҡлы һаулыҡ,

Ағиҙел йылғаһындай оҙон, бәхетле, бәрәкәтле ғүмер юлы кисереүеңде теләйбеҙ,

әлегеләй уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй, ярҙамсыл өләсәй булып, изгелектәр күреп кенә йәшәһәң ине.

 

Тәбрикләйбеҙ юбилейығыҙ менән,
50 йәш — ул сәскә саҡ ҡына!
Донъя имен, йәнегеҙ тыныс булып
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Һин булғанда ҡояш нур сәсә.
Кәңәшсебеҙ, ҡәҙерлебеҙ булып,
Йәшә һин шулай йөҙгәсә.

50 йәш — ул ҡартлыҡ түгел,
Ә ғүмерҙең матур сағы.
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ә ғүмереңде әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары. 

Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй!
Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һире яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә! 

 

-

  • Есть что рассказать о своем отдыхе в Башкирии? Ваши впечатления и отзывы об отдыхе в Башкирии появятся в блоге. Присылайте рассказы на admin@stomestrf.ru
  • СТОМЕСТ
Автор: therafisone
    avatar
    Разработано R.Production. © 2016.