Делитесь с друзьями!

привет, Гость

❤77

Тыуган конен менан

Поздравления на башкирском языке

Смена шрифта

Тыуған көндәр йыл да ҡабатлана,
Ләкин ҡабатланмай үткәне.
Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән,
Килеп торһон алда көткәне.
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ тойоп типҺен йөрәгең.
Ауырлыҡтар һине урап үтһен,
Ҡабул булһын һәр бер теләгең!!! Тыуган конен менан улым!

Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк! 

Казерле дусыма (кызга)!!!
ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН!
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъям йәмле, йәнле, һине менән аҙымдарым ышаныслы, бәхетебем тулы, уйҙарыбым яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын,
Юбилейың гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланам,
Һин йәмләйһең кунел түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәм,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һире яратыусы
Дустарын булһын йәнәшә! 

Тыуған көнөң менән!!!!
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һиндәй ағай менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. 

Тыуған көнөң гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең күңел түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Дуҫтарың булһын йәнәшә! 

 

-

  • Есть что рассказать о своем отдыхе в Башкирии? Ваши впечатления и отзывы об отдыхе в Башкирии появятся в блоге. Присылайте рассказы на admin@stomestrf.ru
  • СТОМЕСТ
Автор: therafisone
— by Тыуган конен менан .
    avatar
    Разработано R.Production. © 2016.